Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереүгә гранттар алыуға конкурс һайлап алыуҙа ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итә башлай. Ауыл хужалығы объекттарын техник һәм технологик яңыртыу – “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») милли проектының төп маҡсаттарының береһе. — Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы күп структуралы булыуы менән айырылып тора, республикала агросәнәғәт комплексында бәләкәй эшҡыуарлыҡ яҡшы үҫешә, уға фермерҙар һәм ауыл хужалығы кооперативтары инә. Төҙөлгән ауыл хужалығы кооперативтары һаны буйынса республика оҙаҡ йылдар илдә алдынғы позицияны биләй, тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов. — Яҡшы матди-техник йыһазландырыу арҡаһында ауыл хужалығы кооперативтары эксклюзив ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләмен арттыра бара. Был процеста гр
Ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереү буйынса грант конкурсы башланды
18 июля 202518 июл 2025
1 мин