Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

"16 июль ауыл клубында ҙур хәйриә концерты булып үтте

"16 июль ауыл клубында ҙур хәйриә концерты булып үтте. Был концерт МХО-ла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә финанс ярҙам йөҙөнән үткәрелде. Концертты матур итеп ойоштороусы, алып барыусы йырлы-моңло Йәмлихиндарға, Булат ағай Рахманғоловҡа, Мәхтимә һәм Таһир Рахманғоловтарға, Зилә апай Ғәйетҡоловаға, Миңзәлә инәй Ҡолһаринаға, Хәмиҙә инәйебеҙҙең ейәнсәре, 2-се Этҡол ауылы һылыуы, оҫта бейеүсе Линараға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Артабан да һеҙгә оҙон ғүмер, һаулыҡ- сәләмәтлек, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә ижади уңышлыҡтар, илһам һәм дәрт-дарман теләйбеҙ! Һуғыш тамамланып, ҡалған егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар. Һәм ошо концертта бөтәһе 15 350 һум аҡса йыйылды. МХО-ла йөрөгән егеттәребеҙгә кәрәкле әйберҙәр алырға ҡулланасаҡбыҙ. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт", - тип хәбәр итте яйыҡбайҙар.

"16 июль ауыл клубында ҙур хәйриә концерты булып үтте. Был концерт МХО-ла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә финанс ярҙам йөҙөнән үткәрелде. Концертты матур итеп ойоштороусы, алып барыусы йырлы-моңло Йәмлихиндарға, Булат ағай Рахманғоловҡа, Мәхтимә һәм Таһир Рахманғоловтарға, Зилә апай Ғәйетҡоловаға, Миңзәлә инәй Ҡолһаринаға, Хәмиҙә инәйебеҙҙең ейәнсәре, 2-се Этҡол ауылы һылыуы, оҫта бейеүсе Линараға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Артабан да һеҙгә оҙон ғүмер, һаулыҡ- сәләмәтлек, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә ижади уңышлыҡтар, илһам һәм дәрт-дарман теләйбеҙ!

Һуғыш тамамланып, ҡалған егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар.

Һәм ошо концертта бөтәһе 15 350 һум аҡса йыйылды.

МХО-ла йөрөгән егеттәребеҙгә кәрәкле әйберҙәр алырға ҡулланасаҡбыҙ.

Барығыҙға ла ҙур рәхмәт", - тип хәбәр итте яйыҡбайҙар.

-2