Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында федераль М-12 автомобиль юлының 275 километр оҙонлоғондағы Дүртөйлө–Ачит участкаһында хәрәкәтте асыуға старт бирҙе. Был юлдың 140 километры беҙҙең республика аша үтә. Был тиҙлекле дүрт һыҙатлы автомобиль юлында транспорт сиселештәре бар. М-12 юлына сығып, светофорҙарһыҙ көнсығышҡа, әлегә Екатеринбургҡа, аҙаҡ Төмәнгә барып етергә мөмкин. Башҡортостан участкаһы республиканың төньяҡ-көнсығышында башлана, Дүртөйлөнән Борай һәм Тәтешле аша, ә аҙаҡ Свердловск өлкәһенә китә. Был түләүле юл кем өсөн отошло һәм уңайлы? Ошо һорау менән Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Ҡәдим улы Гәрәевкә мөрәжәғәт иттек. –Яҡшы юлдар һәр саҡ араларҙы яҡынайта, төбәккә яңы һулыш, яңылыҡтар алып килә. Яңы юлдың 67 километры тап беҙҙең район биләмәһе аша үтә. Беренсенән, яңы юл район иҡтисадын үҫтереүгә йоғонто яһаясаҡ. Ҡайҙа сифатлы юл – шунда тормош ҡайнай, шунда инвестиция, шунда яңы идеялар тыуа. Хатта был юлдан файҙаланмағандар ҙа уның тәьҫирен