Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә бар халыҡ ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Ошо көндәрҙә Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылы биләмәһе башлығы Таһир Юнысов үҙенең сәхифәһендә яугирҙәргә ҡайын миндектәре әҙерләүе хаҡында хәбәр итә.«Бөгөн Үрнәк ауылының «Бөркөт» тип аталған матур урынынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға мунсаға 50 - нән ашыу мәтрүшкәлҽ ҡайын миндҽк бәйләнҽк, бик күп хуш ҽҫлҽ, файҙалы үләндәр йыйҙыҡ, көрәк һаплыҡтары әҙҽрләнҽк. Алла бирһә файҙаһы тҽйҽп, ҽңҽү мҽнән иҫән-һау ҡайтһын ир-ҽгҽттәребҽҙ.Өмәлә ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарға ҙур рәхмәт! Сауаптары насип булһын» - тип яҙған Таһир Юнысов. Афарин, әбештәр! Сығанаҡ: Таһир Юнысовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән
Әбештәр яугирҙәргә мәтрүшкәле ҡайын миндеге әҙерләгән
17 июля 202517 июл 2025
~1 мин