“Верник” позывнойлы гвардия сержанты Евгений Телепнёв бай хәрби тәжрибәгә эйә. IV дәрәжә Георгий тәреһе, II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн”, “Минанан таҙартыу өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштар” өсөн миҙалдары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы билдәһе менән наградланған, МХО-ны легендар 98-се гвардия һауа-десант дивизияһы сафында үткән ветеран “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһында ҡатнаша. “Геройҙар дәүере” федераль программаһында онлайн уҡыуҙы уңышлы тамамлағас, Евгений тыуған еренә хеҙмәт итә башлай. Ҡатмарлы шарттарҙа сыныҡҡан хәрби тәжрибәһе - республика халҡы мәнфәғәттәрен хәстәрләүҙә ҙур ярҙам. “Дәүләт программаһы минең өсөн илебеҙ, республикабыҙ, ҡалабыҙ халҡы өсөн файҙа килтереү мөмкинлеген асты. Был проект барлыҡҡа килгәс, оҙаҡ уйлап тормай, документтарымды тапшырҙым һәм әүҙем ҡатнаша башланым – барлыҡ этаптарын үттем”, – ти Евгений Телепев. Фото: "Башҡортостан геройҙары" төркөмөндәге видеояҙманан скриншот.