Урал төбәктәрендә – Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә – Өфө фән һәм технологиялар университетының этнография экспедицияһы эш башланы. Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге һәм юғары уҡыу йорто етәкселеге ярҙамында экспедицияға әҙерлек эше уҡыу йылы дауамында барған, иң яҡшы тарихсы-студенттар составы һайлап алынған, маршрут төҙөлгән. “Уҙған быуаттың 90-сы йылдарына тиклем бындай экспедициялар төп ғилми учреждениелар, юғары уҡыу йорттары тарафынан даими уҙғарылып килгән, – тип билдәләй Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Әлфир Байымов. – Әлеге экспедиция башҡорттар күпләп йәшәгән биләмәләрҙә этнография, фольклор буйынса уникаль материалдар табыу, шулай уҡ буласаҡ тарихсыларға Рәсәй төбәктәре буйынса махсуслашыу мөмкинлеген асасаҡ тигән ышаныстамын”. Экспедиция етәксеһе, билдәле ғалим, тарих фәндәре кандидаты Маргарита Сөләймәнова билдәләүенсә, студенттарҙың Уралға сәфәре утыҙ йыл эсендә тәүге тапҡыр ойошторола. – Экспедиция барышында беҙ фәнни мәғлүмәт, башҡо