Федераль һалым хеҙмәтенең яңыртылған мәғлүмәттәренә ярашлы, 2025 йылдың 10 июленә ҡарата бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестрында Башҡортостанда уларҙың һаны уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда биш процентҡа артҡан. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектын (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) тормошҡа ашырыу был үҫештең мөһим факторы булып тора, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында. — Әлеге ваҡытта республикала 138,9 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Башҡортостанда үҫеш темптары Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ – илдә был 3,2 процент, шулай уҡ Волга буйы федераль округы буйынса — 3,9 процент, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Төбәктә бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү экосистемаһы булдырылған һәм үҫешен дауам итә, ул үҙ эсенә башҡарма власть органдарын, ярҙам институттарын һәм йәмәғәт ойошмаларын ала. Башҡорто