Быйылғы Яңы йыл минең өсөн йән тетрәнеүенән башланды. Үткәндә ҡалған ҡайғылар күңел төбөнән ҡапыл урғылып сығып, йөрәгемде телепме-телә... Яңы йылды кейәүҙәге ҡыҙым Ынйының ғаиләһе менән бергә ҡаршыланыҡ. Күңелле байрамдан һуң төн ҡыҙым менән икәү генә ҡалып һөйләшеп ултырабыҙ. – Әсәй, мин һиңә бала сағымдағы бер серҙе асам тием дә гел туҡталып ҡалам. Күңелемде кимереп торғандай ул... Ҡыҙымдың был һүҙҙәренән аптырап ҡалдым. Асыҡ күңелле, шарҙыуан холоҡло балам бер ниҙе лә йәшермәй кеүек тойола ине... – Таһир ағайыма ҡағыла был, – тигәс, бөтөнләй ҡалтырана башланым. Иң яратҡан ҡәйнешем... 16 йыл элек мәрхүм булып ҡалған яҡын кешем... – Иҫләйһеңдер, ағайымдың туйына күмәкләшеп алдан әҙерләндек. Миңә унда ете йәш ине, – тулҡынланған ҡыҙым өҙөк-өҙөк һөйләй башланы. – Кеше күп, арала болғанып йөрөмә, тинеләр. Ана, телефон эргәһенә ултыр ҙа, шылтыратһалар, беҙҙе саҡырырһың, тине өләсәй... Шулай төрлө кеше менән һөйләшәм... Бына бер саҡ кемдер шылтыратып, яғымлы тауыш менән өндәште. “Мин Гөлә