Бөгөн Башҡортостанда М-12 “Көнсығыш” федераль автомобиль юлының 275 километр оҙонлоғондағы Дүртөйлө – Әчит участкаһында хәрәкәт башланды. Уны илебеҙ Президенты Владимир Путин асты, тантанала Радий Хәбиров ҡатнашты. Республиканың юл тармағындағы был ваҡиға күптән көтөлгән һәм төбәккә күп өҫтөнлөктәр бирә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. "Бөгөн үҙенсәлекле көн. Республика үҙенең биләмәһендә бик шәп, беренсе класлы, дүрт һыҙатлы, яҡтыртылған 205 километрлыҡ трасса алды. Ул көнсығыш менән көнбайышты тоташтырыусы тағы ла ҙурыраҡ трассаның бер өлөшө булып тора. Был кешеләрҙең дә, йөктәрҙең дә төп ағымы, һәм, дөйөм алғанда, төбәктәрҙе тоташтыра. Президент был юлды 2021 йылда төҙөргә ҡушты. Барыбыҙҙың да шиктәре бар ине. Беренсенән, хатта 2021 йылда ла уның ҡайҙа үтәсәген аныҡ ҡына аңламаныҡ. Шул уҡ ваҡытта быға тиклем проектҡа тиклемге ҡарарҙар булған. Беҙ, әлбиттә, трассаның республика буйлап үтеүен теләнек, сөнки ул автомобилистар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Мәскәү, Ҡазан, Екатеринбург, баш