Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан стендына ҡуйылған умартасы айыу һыны Өфөлә “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында төҙөлгән Вуз-ара студенттар кампусына урынлаштырылды. Футуристик бал бронендәге 6,5 метрлыҡ арт-объект студенттарҙы һәм кампус ҡунаҡтарын беренсе ҡатта ҡаршы ала. Айыу үҙенсәлекле “Берлога” проектының өлөшө булып тора һәм республиканың фәнни ҡеүәте символына әйләнде лә инде, тип хәбәр ителде Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. – Бөгөн төбәгебеҙ – Рәсәйҙең төп ғилми-белем биреү үҙәктәренең береһе. Беҙ тәүгеләрҙән булып заманса кампустар селтәре булдыра башланыҡ. Ул хәҙер халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Кампус – студенттар өсөн лабораториялары булған уникаль мөхит: яңы ҡорамалдарҙа етештереү шарттарында эшләргә, үҙенсәлекле тәжрибәләр үткәрергә мөмкин. Уҡытыу практика һәм аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү менән айырылғыһыҙ. Ә айыу – үткән менән киләсәк берлеге билдәһе – боронғо традицияларҙы заманса ҡаҙаныштар менән бәйләй. Уның урыны ошонда, – тине респ