Бөрйән районында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһының күсмә ултырышы үтте. Көн тәртибендә – һаулыҡ һаҡлау системаһының 2025 йылдың тәүге яртыһындағы эш һөҙөмтәһе. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Хөкүмәттең Һаулыҡ һаҡлау һәм фармация директоры Динар Вәлиуллин, һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һәм башҡа ведомство етәкселәре, медицина учреждениеларының баш табиптары ҡатнашты. –Республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҙур иғтибар биреүе һөҙөмтәһендә фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу буйынса мөһим эш бара. Башҡортостан Волга буйы федераль округында модулле ФАП-тар урынлаштырыу буйынса лидерлыҡты тота. 2021 йылдан алып республикала 361 ФАП төҙөлдө, был Волга буйы федераль округында яңыртылған медицина пункттарының яртыһынан күбеһен тәшкил итә. 2025 йылда республика тағы ла алты поликлиника һәм 134 модулле медицина учреждениеһын аласаҡ. Шулай уҡ туғыҙ һаулыҡ һаҡлау объектына капиталь ремонт үткәреү планлаштырыла, –