Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәш йүнселде нимә илһамландырған?

Белорет ҡалаһында эшҡыуар Аделина Йыһаншина ҙур Рәсәй компанияһының франшиза буйынса йәштәр кейеме бүлеген асты. Магазин “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты буйынса ярҙам алды, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. “Был – йәш йүнсел өсөн уңышлы старт. Бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам буйынса башланғыстарыбыҙҙың аныҡ һөҙөмтә биргәнен күреп ҡыуанабыҙ. Был эште дауам итәсәкбеҙ – ул республикабыҙҙа эшҡыуарлыҡ мөхитен формалаштырыу өсөн мөһим”, – тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Белоретта бындай магазин асыу идеяһы “Космос” сауҙа үҙәген реконструкциялағас тыуа. Яңыртылған бина осрашыуҙар һәм шопинг өсөн заманса урынға әйләнә. Күркәм сауҙа үҙәге йәш йүнселде унда үҙ магазинын асырға илһамландыра. Урындағы эшҡыуарҙарға ярҙам итеү Башҡортостан микрокредит компанияһының төп йүнәлеше булып ҡала. Ул йылына 4,5 процент ставка буйынса займ тәҡдим итә. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Э

Белорет ҡалаһында эшҡыуар Аделина Йыһаншина ҙур Рәсәй компанияһының франшиза буйынса йәштәр кейеме бүлеген асты. Магазин “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты буйынса ярҙам алды, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. “Был – йәш йүнсел өсөн уңышлы старт. Бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам буйынса башланғыстарыбыҙҙың аныҡ һөҙөмтә биргәнен күреп ҡыуанабыҙ. Был эште дауам итәсәкбеҙ – ул республикабыҙҙа эшҡыуарлыҡ мөхитен формалаштырыу өсөн мөһим”, – тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Белоретта бындай магазин асыу идеяһы “Космос” сауҙа үҙәген реконструкциялағас тыуа. Яңыртылған бина осрашыуҙар һәм шопинг өсөн заманса урынға әйләнә. Күркәм сауҙа үҙәге йәш йүнселде унда үҙ магазинын асырға илһамландыра. Урындағы эшҡыуарҙарға ярҙам итеү Башҡортостан микрокредит компанияһының төп йүнәлеше булып ҡала. Ул йылына 4,5 процент ставка буйынса займ тәҡдим итә. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) иҡтисадты, финанс баҙарын, үҙ-ара конкурентлыҡты, хеҙмәт етештереүсәнлеген, инвестиция әүҙемлеген үҫтереүгә, йүнселдәргә ярҙам итеүгә, етештереү тармағының тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоһон кәметеүгә йүнәлтелгән. Сәнәғәт секторына, юғары технологияларға, йәштәр бизнесына айырым иғтибар бирелә. Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Фото: республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.