Башҡортостанда, ниһайәт, уңайлы йәйге һауа торошо урынлашты. Әле йылы һәм ямғырһыҙ көндәр тора. Ә йәйҙең һуңғы айынан нимә көтөргә? Фобос үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, август көтөлмәгәнсә һалҡын була. Айҙың тәүге декадаһында ғәҙәти һауа торошо көтөлә — көндөҙ +16-нан +25 градусҡаса йылы булыуы көтөлә. Ямғырлы көндәр аҙ буласаҡ. Августың икенсе декадаһы ла эҫе булмаясаҡ. Ҡайһы бер көндәрҙә һауа +24 градусҡаса йылынасаҡ. Ҡояшлы һәм ямғырлы көндәр тигеҙ буласаҡ. Ә айҙың өсөнсө декадаһында һиҙелерлек һыуыта. Көндөҙ термометр бағанаһы +9, +16 градусҡаса ғына күтәреләсәк. Ямғырлы һәм ҡояшлы көндәр алмашынып торасаҡ. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.