Континенталь хоккей лигаһында яңы миҙгелдең уйындар теҙмәһе билдәле булды
“Салауат Юлаев” чемпионатты 6 сентябрҙә Түбәнге Новгородта “Торпедо” клубы менән башлай. Артабан юлаевсылар Магнитогорскиҙа “Металлург” менән көс һынаша. “Өфө-Арена”ла тәүге осрашыу 12 сентябрҙә көтөлә. Был көндө баш ҡалаға Екатеринбургтан “Автомобилист” килә. Даими беренселек март аҙағына тиклем дауам итә.