Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Кешеләргә шатлыҡ тарата ине...

Уҙған йома Шишмә районында ике кешенең ғүмерен өҙгән ҡурҡыныс авария булды. Һәләк булғандар араһында Бәләбәй районының Приютово ҡасабаһынан 51 йәшлек Әлфиә Ш. ла бар. Һөнәре буйынса фотограф булған ҡатын туйҙар, мәктәп байрамдары һәм башҡа ваҡиғаларҙы төшөргән. Йома ул эштәре буйынса Өфөгә барған, тик тыуған яғына кире ҡайтып етә алмаған. Был авария һәм ҡатын тураһында ентекләберәк “КП-Өфө” баҫмаһы һөйләне. Ҡатын Өфөгә мәктәпте бөткән уҡыусыларҙың сығарылыш альбомдарын алырға барған. Кис ҡайтырға була һәм ҡала-ара такси саҡыра. Уның менән “Лада Ларгус”та тағы өс пассажир ултыра. Улар үҙ-ара таныш булмай. Шишмә районында 40 йәшлек такси водителе хәүефле маневр яһай: алдағы машинаны уҙып китергә уйлап ҙур тиҙлектә ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм “Митсубиши” пикабы менән бәрелешә. Ул машина һул яҡҡа боролған була. Бәрелештән ватан автомобиле ауа. “Ларгус”тың ике пассажиры, шул иҫәптән Әлфиә урында йән бирә. Шофер һәм тағы ике пассажир дауаханаға эләгә. Әлеге ваҡытта авария сәбәптәре асыҡлана. Һәлә

Уҙған йома Шишмә районында ике кешенең ғүмерен өҙгән ҡурҡыныс авария булды. Һәләк булғандар араһында Бәләбәй районының Приютово ҡасабаһынан 51 йәшлек Әлфиә Ш. ла бар. Һөнәре буйынса фотограф булған ҡатын туйҙар, мәктәп байрамдары һәм башҡа ваҡиғаларҙы төшөргән. Йома ул эштәре буйынса Өфөгә барған, тик тыуған яғына кире ҡайтып етә алмаған. Был авария һәм ҡатын тураһында ентекләберәк “КП-Өфө” баҫмаһы һөйләне. Ҡатын Өфөгә мәктәпте бөткән уҡыусыларҙың сығарылыш альбомдарын алырға барған. Кис ҡайтырға була һәм ҡала-ара такси саҡыра. Уның менән “Лада Ларгус”та тағы өс пассажир ултыра. Улар үҙ-ара таныш булмай. Шишмә районында 40 йәшлек такси водителе хәүефле маневр яһай: алдағы машинаны уҙып китергә уйлап ҙур тиҙлектә ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм “Митсубиши” пикабы менән бәрелешә. Ул машина һул яҡҡа боролған була. Бәрелештән ватан автомобиле ауа. “Ларгус”тың ике пассажиры, шул иҫәптән Әлфиә урында йән бирә. Шофер һәм тағы ике пассажир дауаханаға эләгә. Әлеге ваҡытта авария сәбәптәре асыҡлана. Һәләк булған ҡатын ябай фотограф ҡына түгел, ә туйҙар биҙәүсе лә була. Уның эштәрен районда ғына түгел, башҡа ҡалаларҙа ла беләләр. Ул өлкәндәрҙе һәм балаларҙы төшөрә. Әлфиә алһыҙ-ялһыҙ эшләй, бар көсөн яратҡан шөғөлөнә һала. Сәйәхәт итергә ярата. Уның 30 йәшлек улы һәм 22 йәшлек ҡыҙы ҡалған. Яҡындары һәм туғандары уны юғалтыуҙы бик ауыр кисерә. Ҡатынды изге күңелле, асыҡ һәм һәләтле кеше итеп хәтерләйҙәр. Ул ябай ғына әйберҙә лә матурлыҡ күрә белә. Аварияла такси водителе ғәйепле тиҙәр. Фото: "КП-Өфө".