Бүләктәрҙе оттороу менән, уларҙы йәһәтерәк хужаларына еткерергә тырышабыҙ. Ошо көндәрҙә Ғафури районының Бурлы ауылында йәшәүсе гәзит уҡыусыбыҙ Сәймә Йомағужа ҡыҙы Зәйнуллина бүләгебеҙҙе ҡулына алды. Бүләккә шатланып, унан рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү беҙгә лә шатлыҡ. Әйткәндәй, 82 йәшлек инәй - Бурлыла иң күп матбуғат баҫмаларын алдырыусы замандашыбыҙ. Шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзитен дә күптән яҙҙыра. - “Башҡортостан” гәзитен бик күп йылдар яратып алдырам. Бер битен ҡалдырмай ентекләп уҡып сығам, - ти ул. Сәймә апай оҙаҡ йылдар мәктәптә ашнаҡсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Уға сәләмәтлек һәм тағы ла оҙаҡ йылдар гәзитебеҙҙе уҡыуын теләйбеҙ.