Башҡортостанда һыуҙа фажиғәле осраҡтар кәмемәй. Олоһо ла, бәләкәйе лә батып, яҡындарына оло ҡайғы килтерә. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграм-каналында яңы ғына Салауат районының Лағыр ауылы янында булған ҡурҡыныс хәлгә асыҡлыҡ индергән. Ике ҡатын - 41 һәм 70 йәшлектәр - Әй йылғаһында батып үлгәйне. Баҡтиһәң, улар ике урынлы катамаранда һыу буйлап йөрөргә сыға. Бер мәл уларҙың береһе һыуға ҡолап төшә һәм бата башлай. Икенсеһе, уны ҡотҡарырға тырышып, ярҙамға ташлана... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәл икеләтә бәлә килтерә – ике ҡатын да батып үлә. Нәсих Хәлисов фотоэтюды.