“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә, Асҡын дауаханаһы автопаркына “Лада Ларгус” автомобиле һатып алынған. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. Еңел автомобилдә ятҡан пациентты һәм бер медицина хеҙмәткәрен йәки дүрт пассажирҙы ташырға мөмкин. Сирлене ятҡырыр өсөн икенсе рәттәге ултырғыстың бер өлөшө йыйыла, ә буш торған арала махсус ҡабул итеү ҡоролмаһы һәм йыйылған килеш йәтеш кенә ҙурлыҡта булған күтәргестәр урынлаштырыла. Шуға ла автомобилде транспорт сараһы итеп йә анализдар ташыу өсөн генә түгел, ә пациенттарҙы дауаханаға килтереү өсөн дә тотонорға була. Медицина хеҙмәте автомобиле салоны комплектацияһына шулай уҡ педиатрия ҡайыштары йыйылмаһы һәм нурландырыусы-рециркулятор инә. Был балаларҙы ташырға, эргә-тирәне яҡшылап дезинфекцияларға мөмкинлек бирә. – Автомобиль участка табиптарына өйгә барырға, насар хәрәкәтләнгән пациенттарҙы хеҙмәтләндерергә, лабораторияға биолог