Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Йәй уртаһына ла килеп еттек бит, йәмәғәт

Йәй уртаһына ла килеп еттек бит, йәмәғәт! Кәбәндәргә күсә шат йәй төҫө, Аҡ томанда — тилбер салғы сыңы. Һәм, башҡараҡ мәшәҡәткә күсеп, Һүрәнләнә осар ҡоштар моңо. Һауаларға бөрккән бесән еҫен Йәй уртаһы тигән ҡыҙыу миҙгел. Донъя шаулы, ул сағыу һәм йәшел. Ә һин ниңә болоҡһоу һуң, күңел? Тойоп ҡалсы ҡыҫҡа миҙгел тәмен Йәй уртаһы ауған һип-һил кистә! Сылата таң йөҙөн сәскәләрҙең, — Көҙөн көтә болон, көҙөн көтә... Дамир Шәрәфетдинов.

Йәй уртаһына ла килеп еттек бит, йәмәғәт!

Кәбәндәргә күсә шат йәй төҫө,

Аҡ томанда — тилбер салғы сыңы.

Һәм, башҡараҡ мәшәҡәткә күсеп,

Һүрәнләнә осар ҡоштар моңо.

Һауаларға бөрккән бесән еҫен

Йәй уртаһы тигән ҡыҙыу миҙгел.

Донъя шаулы, ул сағыу һәм йәшел.

Ә һин ниңә болоҡһоу һуң, күңел?

Тойоп ҡалсы ҡыҫҡа миҙгел тәмен

Йәй уртаһы ауған һип-һил кистә!

Сылата таң йөҙөн сәскәләрҙең, —

Көҙөн көтә болон, көҙөн көтә...

Дамир Шәрәфетдинов.