Найти в Дзене

“Килен шишмәһе” төҙөкләнде!

Ҡыйғы районының Йосоп ауылында “Килен шишмәһе” яңыртылды. Төҙөкләндереү эштәре “Экологик именлек” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экологическое благополучие”) башҡарылды, тип хәбәр итә урындағы хакимиәт. Эш барышында шишмә тәрәнәйтелде, уға табан юл бетонланды, ҡоймалары эшләнде. Эргәһендә өҫтәл, ҡатын-ҡыҙҙы һынландырған мәрмәр плита ҡуйылды. -Хәҙер был шишмә осрашыуҙар урыны булып хеҙмәт итер. Киләсәк быуын өсөн шатлыҡ таратыр, берҙәмлекте нығытыр. Урындағы халыҡтың рухи мираҫын, йолаларын һаҡлап йәшәр, - тине Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Петр Руднев. “Экологик именлек “ милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә. кешеләр өсөн уңайлылыҡ тыуҙыра. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: Республиканың Торлаҡ –коммуналь хужалығының матбуғат хеҙмәтенән.