Юлдан китеп барыусы бер йәйәүле сүлмәк күреп ҡала һәм уны таяғына эләктереп, ситкә ырғыта (Мосолман кешеһе юлсыға ҡамасауларҙай, зарар килтерерҙәй әйберҙе юлдан ситкә сығарып ташларға бурыслы). Сүлмәк эсендә йылан булған икән. Йылан сүлмәктән сығып йәйәүлегә ташлана. Йылан күҙ алдында ҙурая башлай. Сүлмәктә сағында ике-өс ҡарыштан артыҡ оҙон булмаған был йылан биш-алты ҡолас оҙонлоғона етә һәм юлсыны быуа башлай. Юлсының тын алырлыҡ та хәле ҡалмай. Ярҙам итерҙәй берәй йән эйәһе юҡмы икән тип, тирә-яғына күҙ һала. Ҡапыл йәйәүле ғәскәрҙең биш һалдаты күренә. Бәләгә тарыған йәйәүле баштан-аяҡ ҡоралланған һалдаттарға ҡысҡыра. Әммә һалдаттар уға иғтибар итмәйенсә үтеп китә. Йылан табышын быуыуҙы дауам итә. Бәләгә тарыған кеше ҡотолоуҙан өмөтөн өҙмәй. Берәйһе килеп сыҡмаҫмы, тип тағы юлға ҡайырылып ҡарай. Унда утыҙ һалдаттан торған һыбайлы ғәскәр күренә. Бөтә көсөн йыйып, бәләгә тарыған юлсы һыбайлылырға ҡысҡыра, ярҙам итеүҙәрен үтенә. Һыбайлылар бәләгә тарыған кешене күрмәйенсә үтеп китә. Б