🏖Яр буйынан ситтә һыу инеү кейемендә күренеү өсөн штраф һәм ҡулға алыныу янауы ихтимал
Юрист Илья Русяев рәсәйлеләргә тышҡы ҡиәфәт менән бәйле ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрҙө. Әгәр кеше һыу ятҡылығы янында булмаһа, әммә өҫтөндә минималь кейем булһа, уға штраф һалырға, хатта ҡулға алырға мөмкиндәр.
🩱Юрист әйтеүенсә, рәсәйлене ҡала парктарында, урамдарҙа, балалар майҙансыҡтарында йәки йәмәғәт транспортында һыу инеү кейемендә булыуы өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкиндәр.
🧍♂Әгәр тирә-яҡта бәлиғ булмағандар осраһа, был, әлбиттә, йәмәғәт тәртибен боҙоу тип баһаланасаҡ.
😨Русяев билдәләүенсә, йәмәғәт тәртибе нормаларын күрһәтмә рәүештә боҙоу (агрессив йәки саҡырыулы ҡылыҡ, әҙәпһеҙ һүҙҙәр әйтеү, тирә-яҡтағыларға ҡыҫылыу) ваҡ хулиганлыҡ тип квалификацияланырға мөмкин.
🤑Бындай хоҡуҡ боҙоу өсөн яза — 500 һумдан 1000 һумға тиклем штраф, йәки 15 тәүлеккә ҡулға алыу, тип асыҡлыҡ индерҙе юрист.