Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Шифалы үләндәрҙе йыйып өлгөр

Аҡ сәскә (ромашка). Тынысландыра, ауыртыуҙы баҫа, тирҙе ҡыуҙыра, дезинфекциялай, тамаҡ ауыртҡандан ярҙам итә. Меңъяпраҡ. Матдәләр алмашыныуын көйләй, ҡан йөрөшөн яҡшырта, ҡанды таҙарта. Һары мәтрүшкә. Һалҡын тейгәндән файҙалы, микробтарға ҡаршы көрәшә, күҙ күремен яҡшырта. Алтынбаш (Золототысячник). Ауыртыуҙы баҫа, ҡан китеүҙе туҡтата, эс китеүҙән ҡотҡара. Календула. Стоматит, гепатит, ангина, пародонтоз, холицистит, невроздан ярҙам итә. Ҡурай еләге. Тән температураһын төшөрә, депрессия, невроз, йоҡоһоҙлоҡтан файҙалы. Токсикоздан ярҙам итә. Ҡан тамырҙарын нығыта, барлыҡ ағзаларҙы көйләй. Аппетитты аса, эсәктәрҙе таҙарта. Әрем. Ҡаҡырыҡты, паразиттарҙы сығара, матдәләр алмашыныуын көйләй, майҙы яндыра, ябығырға ярҙам итә. Һуҡыр кесерткән. Ҡан баҫымын төшөрә, ауыртыуҙы баҫа, тынысландыра, ҡан тамыры-йөрәк ауырыуҙарынан файҙалы. Нервы системаһын нығыта, эшсәнлекте арттыра. Өс төрлө миләүшә. Шешеүҙәрҙе бөтөрә, ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарын көйләй. Ҡандала үләне. Һулыш юлдарына файҙалы, ау

Аҡ сәскә (ромашка). Тынысландыра, ауыртыуҙы баҫа, тирҙе ҡыуҙыра, дезинфекциялай, тамаҡ ауыртҡандан ярҙам итә. Меңъяпраҡ. Матдәләр алмашыныуын көйләй, ҡан йөрөшөн яҡшырта, ҡанды таҙарта. Һары мәтрүшкә. Һалҡын тейгәндән файҙалы, микробтарға ҡаршы көрәшә, күҙ күремен яҡшырта. Алтынбаш (Золототысячник). Ауыртыуҙы баҫа, ҡан китеүҙе туҡтата, эс китеүҙән ҡотҡара. Календула. Стоматит, гепатит, ангина, пародонтоз, холицистит, невроздан ярҙам итә. Ҡурай еләге. Тән температураһын төшөрә, депрессия, невроз, йоҡоһоҙлоҡтан файҙалы. Токсикоздан ярҙам итә. Ҡан тамырҙарын нығыта, барлыҡ ағзаларҙы көйләй. Аппетитты аса, эсәктәрҙе таҙарта. Әрем. Ҡаҡырыҡты, паразиттарҙы сығара, матдәләр алмашыныуын көйләй, майҙы яндыра, ябығырға ярҙам итә. Һуҡыр кесерткән. Ҡан баҫымын төшөрә, ауыртыуҙы баҫа, тынысландыра, ҡан тамыры-йөрәк ауырыуҙарынан файҙалы. Нервы системаһын нығыта, эшсәнлекте арттыра. Өс төрлө миләүшә. Шешеүҙәрҙе бөтөрә, ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарын көйләй. Ҡандала үләне. Һулыш юлдарына файҙалы, ауыртыуҙы баҫа, яраларҙы төҙәтә, йүткереү, бронхит, грипп ваҡытында ҡулланыла. Кесерткән. Витаминдарға бай. Ҡан китеүҙе туҡтата, гипо һәм авитаминозды, атеросклерозды дауалау һәм профилактика сараһы булараҡ ҡулланыла, гемоглобинды күтәрә, эритроциттарҙы арттыра. Автор фотолары.