Найти в Дзене

“Рәхәттә” фестивале ҡунаҡтарҙы көтә

Өфөлә “Рәхәттә” халыҡ-ара сәләмәтлек һәм туризм фестивале үтә. Мунса ялы мәҙәниәтенә арналған йыл һайын уҙғарылып килгән был сара дискуссия, ғилми, күргәҙмә майҙансыҡтарын биләй. Фестиваль ҡунаҡтарын тығыҙ программа көтә. Ул үҙенә мәҙәни, спорт һәм эшлекле программаларҙы индерә. “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” тигән фитнес программа, оҫталыҡ дәрестәре, илдең иң яҡшы быу оҫталарынан сабыныу, массаж зонаһы, һыу аттракциондары, күбекле кис, гастрофестиваль – былар барыһы ла килгән ҡунаҡтар өсөн эшләнә. “Рәхәттә” тигән мунса ҡаласығы ике көн дауамында эшләйәсәк. Биш ҙур мунса, һыу атракциондары, бассейндар – республика халҡын һәм ҡунаҡтарҙы көтә. Айырыуса ҙур иғтибар мунса эшенең инновация технологияларына бирелә. Әйтергә кәрәк, улар араһында Рәсәй рекордсмены, 400 литрҙан ашыу һыу ҡойоуға һәләтле уникаль ҡойоноу ҡоролмаһы бар. Ул махсус рәүештә 2022 йылда фестиваль өсөн проектланды һәм Рәсәйҙең рекордтар китабына инде. Мунса ҡаласығында ҡатнашыусы һәр кем етештереүселәр менән таныша, консультациялар ала, төрлө мунсаларҙың уникаль мөмкинлеге тураһында белә ала. Байрамдың спорт өлөшөндә “Ҡашҡаҙан кубогы” тигән мини-футбол буйынса ярыш уҙғарыу ниәтләнә. “Башҡортостан лигаһы” пляж волейболы, “Рәхәттә баскет” баскетбол турниры һәм башҡа саралар көтөлә. Фитнес–зона йәштәрҙе лә, ололарҙы ла йәлеп итеүгә маҡсатланған. “ГастроРәхәт” гастрофестивален дә халыҡ электән яратып ҡабул итте. Махсус көйләнгән фудрактарҙа күҙ алдында төрлө ризыҡтар әҙерләнәсәк. Шулай уҡ ҡунаҡтар урындағы оҫталарҙың уникаль тауарҙар йәрминкәләрен дә ҡарай аласаҡ. “Рәхәттә” фестивалендә беренсе тапҡыр Рәсәйҙәге берҙән-бер күсмә этнографик проект та ҡатнашасаҡ. “Рәхәттә” халыҡ-ара фестивале физик әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыуҙың мөһимлеген билдәләй.