Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һүҙ урманды һаҡлау тураһында барҙы

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында урмансылыҡ идаралыҡтарының урманды һаҡлау буйынса дәүләт инспекторҙары менән семинар үткәрелде. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сара “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты (федеральный проект “Сохранение лесов”) маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Урман инспекторҙары эшенең һөҙөмтәлелеге, шулай уҡ урман мөнәсәбәттәрен хоҡуҡи көйләү аспекттары, урман һағы, административ эштәр буйынса административ производство тураһында һөйләштеләр. Урманды файҙаланыу тармағындағы енәйәттәрҙе тикшереү һәм асыу, уларҙы асыҡлау, булдырмау мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленде. - Урман ҡануниәте хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү һәм булдырмау, рәсмиләштерелгән материалдар сифатын ҡарау һәм ғәйепле кешеләрҙе асыҡлау, енәйәт яуаплылығына тарттырыу йәһәтенән эшләү мөһим. Вәкәләтле органдарға мәғлүмәттәрҙе тапшырыу буйынса үҙ ваҡытында ҡабул ителгән

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында урмансылыҡ идаралыҡтарының урманды һаҡлау буйынса дәүләт инспекторҙары менән семинар үткәрелде. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сара “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты (федеральный проект “Сохранение лесов”) маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Урман инспекторҙары эшенең һөҙөмтәлелеге, шулай уҡ урман мөнәсәбәттәрен хоҡуҡи көйләү аспекттары, урман һағы, административ эштәр буйынса административ производство тураһында һөйләштеләр. Урманды файҙаланыу тармағындағы енәйәттәрҙе тикшереү һәм асыу, уларҙы асыҡлау, булдырмау мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленде. - Урман ҡануниәте хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү һәм булдырмау, рәсмиләштерелгән материалдар сифатын ҡарау һәм ғәйепле кешеләрҙе асыҡлау, енәйәт яуаплылығына тарттырыу йәһәтенән эшләү мөһим. Вәкәләтле органдарға мәғлүмәттәрҙе тапшырыу буйынса үҙ ваҡытында ҡабул ителгән ҡарарҙар – урман ҡануниәтендәге хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәштең төп факторы, – тип белдерҙе республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садиҡов. Сығанаҡ, фото: БР Урман хужалығы министрлығы.