Һуңғы ваҡытта Рәсәйҙә интернетты ваҡытлыса һүндереү йыш күҙәтелә башланы. Ошо көндәрҙә яңы рекорд ҡуйылды — 89 төбәктең 74-дә интернет селтәре булманы. Башҡортостан да был йәһәттән ситтә тороп ҡалмай. Мобиль интернетты һүндереү дрондарҙың координацияһын һәм навигацияһын тотҡарлай, шулай уҡ уларҙың тура тейеү ихтималлығын кәметә, тип иҫәпләнә. Был халыҡтың именлеге өсөн ваҡытлыса сара. Интернет һүндерелгән йәки БПЛА күргән осраҡта нимә эшләргә һәм үҙеңде нисек тоторға — карточкаларҙа уҡығыҙ. Уларҙы һаҡлағыҙ һәм яҡындарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ.
Һуңғы ваҡытта Рәсәйҙә интернетты ваҡытлыса һүндереү йыш күҙәтелә башланы
14 июля 202514 июл 2025
~1 мин