Шүлгән-Таш мәмерйәһенән сенсацион яңылыҡ🔥🔥🔥 Мәскәү Дәүләт Университеты студенттары Шүлгән-Таш мәмерйәһендә элек билдәле булмаған зәңгәр төҫтәге палеолит һүрәттәрен тапҡан. Асыш элекке ҡаҙыныу материалдарын тикшергәндә яһалған. Был һүрәттәр 15-19 мең йыл элек эшләнгән. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, боронғо рәссамдар бай зәңгәр буяуҙар эшләүҙең ҡатмарлы технологияһын үҙләштергән. Киләсәктә пигменттарҙың составын һәм килеп сығышын өйрәнеү планлаштырыла.