Найти в Дзене

Дауаханаға яңы хирургия яҡтыртҡыстары алынды

Нефтекама дауаханаһына, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, ике күсмә һәм ике аҫмалы хирургия яҡтыртҡысы алынды. Яҡтыртҡыстар операция һәм диагностик тикшеренеүҙәр ваҡытында операция биләмәһен яҡтыртыу өсөн хеҙмәт итә. Эш урынын яҡтыртыуҙы көйләүҙе, яҡтылыҡ сифатының юғары булыуын тәьмин итә. Өҫтәүенә яҡтыртыу блоктарын еңел күсереп була, вертикаль күсәре тирәләй теләгәнсә өйрөлтөргә мөмкин. Шулай уҡ тейешле торошто һайлап, нығытып ҡуйырға була. – “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын тормошҡа ашырыу беҙгә матди-техник базаны нығытырға, медицина хеҙмәттәре сифатын күтәрергә, пациенттар өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә. Яңы яҡтыртҡыстар операцияларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә мөһим аҙым, – тине Нефтекама дауаханаһының баш табибы Рафаэль Зыятдинов. "Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫ

Нефтекама дауаханаһына, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, ике күсмә һәм ике аҫмалы хирургия яҡтыртҡысы алынды. Яҡтыртҡыстар операция һәм диагностик тикшеренеүҙәр ваҡытында операция биләмәһен яҡтыртыу өсөн хеҙмәт итә. Эш урынын яҡтыртыуҙы көйләүҙе, яҡтылыҡ сифатының юғары булыуын тәьмин итә. Өҫтәүенә яҡтыртыу блоктарын еңел күсереп була, вертикаль күсәре тирәләй теләгәнсә өйрөлтөргә мөмкин. Шулай уҡ тейешле торошто һайлап, нығытып ҡуйырға була. – “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын тормошҡа ашырыу беҙгә матди-техник базаны нығытырға, медицина хеҙмәттәре сифатын күтәрергә, пациенттар өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә. Яңы яҡтыртҡыстар операцияларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә мөһим аҙым, – тине Нефтекама дауаханаһының баш табибы Рафаэль Зыятдинов. "Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.