Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы яңыра

Өфө – Бөрө – Яңауыл автомобиль юлын ремонтлау тамамланды. Был сара “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфрструктура для жизни”) башҡарылды, ти хәбәр итә Башҡортостандың Транспорт министрлығы. Эш Мишкә һәм Борай райондарында дүрт участкала барҙы, дөйөм оҙонлоғо 5,8 километрға етте. Белгестәр тулыһынса юл япмаһын яңыртты, иҫке асфальт алынды, яңы япма ике ҡатлам итеп һалынды, юл ситтәре нығытылды, тамғалар эшләнде. - Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы Башҡортостан селтәренең терәге булып тора. Республиканың баш ҡалаһын төньяҡ - көнбайыш райондар менән бәйләй, байтаҡ ауылда йәшәүселәр өсөн транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Был участкаларҙы ремонтлау юлдарҙы хәүефһеҙ һәм сифатлы итте, - тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл был трассала тағы ла алты участканы ремонтлау планлаштырыла, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 10 километрға яҡын. Барлыҡ эштәр ҙә йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш. “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты - ауылдарҙы комплекслы үҫтереү. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото:”Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.