Беҙҙең ғаилә бөтә яҡтан да килгән һәм бәхетле кеүек тойола ине миңә. Атайым менән әсәйем йәштән яратышып өйләнешкән, мин тыуғас, тормоштары тағы ла түңәрәкләнгән... Әсәйем әйтеүенсә, атайым ауыр туҡһанынсы йылдарҙа башҡа күптәр кеүек эскегә лә һабышмаған, эшһеҙ ҙә ҡалмаған. Үҙ бизнесын булдырып, уны яҡшы ғына үҫтерә алған. Кәсебе уңышлы барғас, әсәйемде эшләтмәгән. Яҡыным өй усағын һаҡлаусыға әйләнгән. Әсәйем ниндәй генә яҡшы булмаһын, атайымды нығыраҡ ярата инем. Ул эштән ҡайтыу менән мине күтәреп ала, алдына ултырта, уйната, нимә теләйем - шуны алып бирә. Хатта серҙәремде лә күберәк атай менән уртаҡлаша инем. Үҙемә лә уның кеүек яҡшы кеше тап булыуын теләй торғайным. Өлкән кластарҙа тәүге тапҡыр ғашиҡ булдым. Шул саҡта беренсе тапҡыр атайым менән әсәйемдең мөнәсәбәтенә бала түгел, ә ҡатын-ҡыҙ күҙлегенән ҡарай башланым. Улар араһында наҙ юҡ ине. Ҡосаҡлашмайҙар, үбешмәйҙәр. Ҙур өйҙә икеһе ике бүлмәлә йоҡлай. Ниндәйҙер шиктәр борсой башланы: барыһы ла яҡшымы икән? Атайым гел эштә, кеше