Уҙған аҙнала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән видеоролик таратылды. Унда республика Башлығы, имеш, ветеринар табиптарға мөрәжәғәт итә. “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы дөрөҫлөктө асыҡланы. Был видео тулыһынса нейроселтәр менән эшләнгән һәм ысынбарлыҡ менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Республика Башлығынан ветеринарҙарға бер ниндәй ҙә белдереүҙәр булманы. Радий Хәбировтың сәхифәһендә 2025 йылдың 18 мартындағы оригинал видео бар. Унда “Приоритет 2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһы тураһында һүҙ бара. Был - ЦИПСО-ның сираттағы фейкы, ул беҙгә мәғлүмәт донъяһында дөрөҫлөктө уйҙырманан айыра белеү мөһим икәнен иҫебеҙгә төшөрә. “Аспекты” телеграм-каналы, Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Константин Шаһиморатовтың отставкаға китеүе хаҡында хәбәр итте. Ләкин авторҙар икенсе элекке рәйес – Рәмил Исҡужиндың фотоһын файҙаланған. Таныш сюжет, шулай бит? Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Рәмил Рәхмәтов та ошондай хәлгә ҡалғайн