Күршеләрҙә шундай хәлдәр... Аяҙ тора ине, ҡапыл көн боҙолдо, көслө ел сыҡты, йылғала шторм башланды. Һөҙөмтәлә биш кеше һәләк булды, тип яҙған шаһиттар һүҙҙәре буйынса KP.RU. Кисә, 12 июлдә, Һамар өлкәһендә ҡойон үткән. Тәүҙә көн аяҙ, ҡояшлы торған – күп кеше йылға-күл буйҙарында ял иткән. Тик ҡайһы аралалыр һауа торошо боҙолоп, көслө ел сыҡҡан, ҡойма ямғыр яуған. Ул ҙур-ҙур ағастарҙы йығып, күп кенә машиналарҙы емергән. Ә бер ағас ял итеүселәрҙең палаткаһына ҡолаған. Эстә ике кеше булған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икеһе лә һәләк булған. Волгала судно батҡан. Ундағы алты кешегә ярҙамға ҡотҡарыусылар ашығып килеп еткән, бында ла ҡорбанһыҙ булмаған - һыуға төшөп киткән 34 йәшлек ҡатынды саҡ эҙләп тапҡандар, әммә ул иҫән түгел... Ҡойондоң тағы бер аяныслы һөҙөмтәһе: Оло Кинел йылғаһында ике йәш егет батып үлгән. Шулай төбәктә бер көндә биш кеше үлгән... МЧС иҫкәртә: бәхетһеҙ осраҡҡа тарымау өсөн һауа торошо менән алдан танышығыҙ, көслө ел ваҡытында ағас, реклама таҡталары һәм башҡа конструкциялар