Найти в Дзене

Рәсәй почтаһы көнө менән!

Рәсәй почтаһы көнө менән! Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Башҡортостандың хөрмәтле почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй почтаһы көнө менән ҡотлайым! Һанлы технологиялар йылдам үҫешкән дәүерҙә почта элемтәһе элеккесә миллионлаған кеше өсөн хеҙмәттәрҙең ҙур теҙмәһен тәьмин итеүсе мөһим социаль институт булып ҡала. Был айырыуса республикабыҙ өсөн мөһим, унда меңдән ашыу бүлексә эшләй, уларҙың күбеһе ауыл ерендә урынлашҡан. Улар барыһы ла көн һайын үҙҙәренең мөһим миссияһын бик яуаплы үтәй. Һеҙ хат һәм посылка ғына ташымайһығыҙ, ә Башҡортостан ауылдарында һәм ҡалаларында әүҙем тормошто ла күтәрәһегеҙ. Һеҙҙең тырыш хеҙмәтегеҙ арҡаһында халыҡ ваҡытында пенсия, пособие, гәзит-журнал, тәү кәрәк-яраҡ тауарҙары, финанс хеҙмәттәре, МХО яугирҙәре туғандарынан һәм яҡындарынан оҙаҡ көткән хат һәм посылкаларын ала. Бай тәжрибәһе, намыҫлы хеҙмәте һәм үҙ эшенә тоғролоғо менән йәш коллегаларына өлгө булып торған тармаҡ ветерандарына, хеҙмәт династияларына айырым рәхмәт. Бөгөн республиканың почта хеҙмәтендә 6 меңдән ашыу хеҙмәткәр – почтальондар, операторҙар, водителдәр, сорттарға айырыусылар һәм башҡалар эшләй. Һәр берегеҙгә еңел булмаған, әммә кешеләр өсөн шундай мөһим хеҙмәтегеҙ, ярҙамсыллығығыҙ, кешеләргә таратҡан күңел йылыһы һәм иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Һеҙгә яңы ҡаҙаныштар, пландарҙы һәм проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуығыҙҙы теләйем! Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һаулыҡ, именлек! Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.