Рәдиф Камил улы Исланов тыумышы менән Саҡмағош районының Үрнәк ауылынан, үҙе Туймазы районының Дуҫлыҡ ҡасабаһында йәшәгән. Махсус хәрби операция башланғас, йәше 60-ҡа яҡынлашыуға ҡарамайынса, контракт төҙөп, доброволец булып алғы һыҙыҡҡа киткән. 2024 йылдың 27 ноябрендә был "Егерь" позывнойлы яҡташыбыҙ бер төркөм яугирҙәр менән "УАЗ" автомобиле арбаһында китеп барғанда уларға һөжүм иткән дошман дронын ҡулы менән бәреп төшөрә. Һуңынан пилотһыҙ осоу аппараты шартлай, автомобилде зарарлай, ике яугир йәрәхәттәр ала. "Ҡустым яралана: һул ҡулы һына, ҡолағының барабан ярыһы ярыла, контузия ала, ҡулына туғыҙ ярсыҡ ҡаҙала, тәненә - тағы 20-нән ашыу... Ул үҙенең был ҡылығында бер батырлыҡ та күрмәй, "һәр бер һалдат шулай эшләр ине" ти, әммә мин аңлайым, әгәр дрон кузов эсенә килеп инһә, ундағы мина, граната һәм башҡа боеприпастар шартлап, барыһы ла һәләк булыр ине. Шулай уҡ автомобиль арбаһында алты һалдат, кабинала водитель һәм төркөм командиры була. Тимәк, Рәдиф үҙенең ҡыйыулығы менән хәрби ип