Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бүздәк – Урзайбаш юлының ике саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Бүздәк – Урзайбаш юлында асфальт яңыртылды, тип хәбәр иттеләр төбәктең Транспорт министрлығынан. Эштәр Бүздәк районының Шланлыкүл һәм Иҫке Байҙар араһындағы ике саҡрымлыҡ участкала алып барыла. Юлсылар асфальт-бетондың ике ҡатламын һалды. Яҡын арала улар юл ситтәрен нығытасаҡ һәм юл билдәләре ҡуясаҡ. - Бүздәк - Урзайбаш юлы буйлап көн һайын 1000-дән ашыу автомобиль үтә. Ул дөйөм халыҡ һаны 11 меңгә яҡын кеше йәшәгән ауылдарҙы бәйләй. Ремонт урындағы халыҡ өсөн хәүефһеҙерәк һәм уңайлыраҡ юл булдырасаҡ, - тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Бөтә эштәрҙе йыл аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана. Фото: transport.bashkortostan.ru.