Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Республика етәксеһе Ғаилә байрамында ҡатнашты

Бөгөн Бөрөлә үткән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған фестивалдә Башҡортостан Башлығы ла ҡатнашты. Ул сараны асыу тантанаһында сығыш яһап, бөрөләргә йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе, байрамға йыйылыусыларҙы сәләмләне. – Бөрөлә яңыраҡ билдәләнә башлаған, шулай ҙа бөтәһенә лә оҡшап өлгөргән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн бына инде бишенсе тапҡыр үткәрәбеҙ. Бында өлкәндәрҙең һәм балаларҙың күп булыуы һөйөндөрә. Күп балалы ғаиләләргә айырым рәхмәт әйткем килә. Һеҙ, һеҙҙең балаларығыҙ – республиканың ныҡлы нигеҙе. Күп ғаиләлә ирҙәр, атайҙар, ағай-ҡустылар, улдар махсус хәрби операцияла илебеҙҙе һаҡлай. Улар адында баш эйәбеҙ. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, һәм һәр саҡ янығыҙҙабыҙ, – тине ул. Республика етәксеһе Бөрөнөң артабан да күркәмләнеүе, уңайлыраҡ була барыуы өсөн бергәләп эшләрбеҙ, тип белдерҙе. Башҡортостан Башлығының ҡатыны, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла халыҡты байрам менән ҡотланы. Тантаналы сарала оҙаҡ йылдар бер

Бөгөн Бөрөлә үткән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған фестивалдә Башҡортостан Башлығы ла ҡатнашты. Ул сараны асыу тантанаһында сығыш яһап, бөрөләргә йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе, байрамға йыйылыусыларҙы сәләмләне. – Бөрөлә яңыраҡ билдәләнә башлаған, шулай ҙа бөтәһенә лә оҡшап өлгөргән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн бына инде бишенсе тапҡыр үткәрәбеҙ. Бында өлкәндәрҙең һәм балаларҙың күп булыуы һөйөндөрә. Күп балалы ғаиләләргә айырым рәхмәт әйткем килә. Һеҙ, һеҙҙең балаларығыҙ – республиканың ныҡлы нигеҙе. Күп ғаиләлә ирҙәр, атайҙар, ағай-ҡустылар, улдар махсус хәрби операцияла илебеҙҙе һаҡлай. Улар адында баш эйәбеҙ. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, һәм һәр саҡ янығыҙҙабыҙ, – тине ул. Республика етәксеһе Бөрөнөң артабан да күркәмләнеүе, уңайлыраҡ була барыуы өсөн бергәләп эшләрбеҙ, тип белдерҙе. Башҡортостан Башлығының ҡатыны, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла халыҡты байрам менән ҡотланы. Тантаналы сарала оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән, күп бала тәрбиәләгән өлгөлө парҙарға, әсәләргә дәүләт наградалары тапшырылды. Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың ҡотлау сәләмдәрен уҡып ишеттерҙе. Фото: БР Башлығы сайтынан.