Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уҙған ялдарҙа юлдарҙа 11 кеше үлде...

Башҡортостан буйынса Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда иҫкәртеү саралары башлана. “Бөгөн һәм алдағы ял көндәрендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда хеҙмәт итәсәк, тимәк, бик күп шәхси состав йәлеп ителәсәк. Анализға ярашлы, тап ял көндәрендә республикала юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, үткән ял көндәрендә республика юлдарында 11 кеше һәләк булған. Был тәү сиратта тораҡ пункттарҙан ситкә күпләп сығыу, шулай уҡ ял итеү урындарына барыу менән бәйле. Федераль һәм төбәк автомобиль юлдарында транспорт ағымы трафигы һиҙелерлек арта. Шуға күрә беҙ юл-патруль хеҙмәте экипаждарының авария-хәүефле юл участкаларында, кешеләрҙе күпләп йөрөгән урындарында булыуын арттырабыҙ. Берлектәге эшкә ведомствоның башҡа хеҙмәттәрен йәлеп итәбеҙ. Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар! Һеҙҙән мөмкин тиклем иғтибарлы булыуығыҙҙы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүегеҙҙе, тиҙлек режимын, юл билдәләре күрһәтмәләрен үтәүе

Башҡортостан буйынса Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда иҫкәртеү саралары башлана. “Бөгөн һәм алдағы ял көндәрендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда хеҙмәт итәсәк, тимәк, бик күп шәхси состав йәлеп ителәсәк. Анализға ярашлы, тап ял көндәрендә республикала юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, үткән ял көндәрендә республика юлдарында 11 кеше һәләк булған. Был тәү сиратта тораҡ пункттарҙан ситкә күпләп сығыу, шулай уҡ ял итеү урындарына барыу менән бәйле. Федераль һәм төбәк автомобиль юлдарында транспорт ағымы трафигы һиҙелерлек арта. Шуға күрә беҙ юл-патруль хеҙмәте экипаждарының авария-хәүефле юл участкаларында, кешеләрҙе күпләп йөрөгән урындарында булыуын арттырабыҙ. Берлектәге эшкә ведомствоның башҡа хеҙмәттәрен йәлеп итәбеҙ. Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар! Һеҙҙән мөмкин тиклем иғтибарлы булыуығыҙҙы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүегеҙҙе, тиҙлек режимын, юл билдәләре күрһәтмәләрен үтәүегеҙҙе, хәүефһеҙлек ҡайышын тағыуығыҙҙы, балаларҙы балалар ултырғыстарында йөрөтөүегеҙҙе, бер ниндәй сәбәп буйынса ла иҫерек килеш рулгә ултырмауығыҙҙы һорайбыҙ. Алыҫ араға сәйәхәт итеүҙе планлаштырғанда һауа торошо һәм киң мәғлүмәт сараларының юлдарҙы ҡаплау урындары тураһында мәғлүмәте менән танышығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!” – тип яҙҙы ул. Фото: "Башинформ".