Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән республиканың шифаханаларына шифахана-курорт дауаланыуына ике аҙналыҡ сертификаттар бирелә. Был республикабыҙҙың дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениелары педагогтарына ҡағыла. Хоҡуҡ мәғлүмәте порталында баҫылған документҡа ярашлы, быйыл сертификаттың номиналы 56 мең һум тәшкил итә. Төбәктең шифаханаларында ял итеүгә хоҡуҡлы педагогия хеҙмәткәрҙәренең эш стажы өс йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Бынан тыш, белем биреү тармағындағы стаждың кәмендә 10 йыл булыуы мөһим. Сертификатты алыу өсөн ғаризаны педагогтар төп эше урыны буйына үҙҙәренең белем биреү ойошмаларына тапшыра. Сертификатты Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты бирә. Бындай сертификаттарҙы өс йылға бер тапҡыр алырға мөмкин. Уҡытыусыларҙы шифахана–курорт дауаланыуы менән тәьмин итеү башланғысы менән Радий Хәбиров былтыр август айында мәғариф буйынса республика кәңәшмәһендә сыҡты. Был тәҡдим унда ҡатнашыусылар өсөн көтөлмәгән һәм ҡыуаныслы яңылыҡ булды. Фото: “Башин