Найти в Дзене

Уҡытыусы яратҡан йырсыһы арҡаһында алданған

Уҡытыусы Эллаға тәүҙә - бер социаль төркөмдә, аҙаҡ "Телеграм"да корей эстрадаһынан популяр K-pop "йондоҙо" — EXO төркөмө йырсыһы Бэкхён исеменән яҙалар. "Йондоҙ" менән шәхсән аралашам тип уйлаған яҡташыбыҙға iPhone 16, AirPods һәм алтын биҙәүестәр кеүек бүләктәр вәғәҙә итә. Әммә таможня йыйымдары өсөн 253 мең һум талап ителгәнен белдерәләр. Өфө ҡыҙы - уҡытыусы, уның эш хаҡы ни бары 34 мең һум, әммә ул ҡалай итһә лә кәрәкле сумманы тапҡан һәм тейешле адресҡа күсергән. Һуңынан курьер хеҙмәте посылканың тотҡарланыуы тураһында хәбәр итә һәм уны һаҡлау өсөн тағы 53 мең һорай. Ҡыҙ тағы ла түләй. Бынан һуң "йондоҙ" юҡҡа сыға, хәбәрҙәргә яуап бирмәй. Хәҙер Элла аралашҡан кешеһенең Бэкхен булғанына шикләнә, әммә һаман быға ышанырға теләмәй... Автор фотоһы.