Быйыл биш ай эсендә Башҡортостанда аҙыҡ һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы күләме яҡынса 95 миллиард һум тәшкил итә. Был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 32 процентҡа күберәк. Төбәктә аҙыҡ продукцияһы индексы 125 процент тәшкил итте, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы. Ауыл сәнәғәте комплексы объекттарын техник һәм технологик модернизациялау “Производство хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектына ярашлы (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) башҡарыла. - Һуңғы йылдарҙа республикала әүҙем рәүештә аҙыҡ-түлек продукцияһы производствоһы арта. Ә республика предприятиелары төп туҡланыу продукцияһының барлыҡ ассортиментын етештерә. Был иһә сеймал етештереүҙән әҙер продукттар сығарыуға йүнәлтелгән маҡсатлы эштең һөҙөмтәһе, - ти Башҡортостандың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда төбәктә туҡланыу продукцияһы етешетереү күләме 187 миллиард һум тәшкил