Республикала ойошторолған “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының эшмәкәрлеге хаҡында белмәгән-ишетмәгән кеше юҡтыр. Хәҙер уның бүлексәләре райондарҙа эшләй, махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына төрлө ярҙам күрһәтә. Дәүләт тарафынан илленән ашыу ярҙам төрө тәғәйенләнгән: реабилитация саралары менән тәьмин итеү, шифахана-курорт дауаһы, психологик ярҙам, яңы һөнәр алыу, эшкә урынлаштырыу, яугир балалары өсөн ял ойоштороу һәм башҡалар. Архангел районында ла махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған яугирҙәр ғаиләләренә комплекслы ярҙам күрһәтелә. Махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары төп мәсьәләләрҙе “бер тәҙрә” режимында хәл итә ала. Фондтың төбәк филиалының социаль координаторы Регина Ишмөхәмәтова тап ошо эштәрҙең эсендә ҡайнай. Күп мәсьәләләрҙе ашығыс рәүештә хәл итеү талап ителә. Мәҫәлән, яраланған “Гитарист” позывнойлы яугирҙе дауалау өсөн Мәскәүҙәге медицина учреждениеһына күсерәләр. Яугирҙең әсәһе фонд филиалына улын тәрбиәләү өсөн ҙур ҡалала ваҡытлыса торлаҡ табыу үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Социаль координатор тиҙ арала тейешле документтарҙы туплай һәм яугирҙең әсәһенә льготалы түләү менән ҡунаҡханала йәшәү мөмкинлеге бирелә. Инвалидлығы булған ветерандар өсөн торлаҡты яраҡлаштырыу – әһәмиәтле бурыстарҙың береһе. Социаль координатор муниципаль комиссия ағзалары менән берлектә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән ветерандың өйөндә булып, уны йәшәү өсөн уңайлыраҡ итеү тураһында кәңәшләшкән, үлсәмдәр алып, алдағы эш пландарын билдәләгән. Йортто яраҡлаштырыу барышында махсус яйланмалар, көндәлек эштәрҙе еңелләштереүсе заманса технологиялар урынлаштырыу ҡарала. Һәр ветерандың ихтыяжын мотлаҡ иҫәпкә алыу, уның хаҡында даими хәстәрлек күреү төп бурыстарыбыҙҙың береһе булып ҡаласаҡ. “Миңә төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр, иң ауыры – кешеләр өсөн эстән көйөп яныу, ҡайғы-хәсрәтен уртаҡлашыу. Уларҙың борсолоуҙарын үҙеңдеке итеп ҡабул итмәйенсә эшләп булмай. Хәтеремдә, эшкә тотонған ғына сағым. Улдары һәләк булған ғаиләләргә шылтыратып ултырам, яңы ғына балаһын юғалтҡан әсәгә сират килеп еткәс, бик ныҡ борсола башланым, нисек ҡабул итерҙәр шылтыратыуҙы? Әммә ҡурҡыуҙарым аҡланманы, ул фонд тураһында хәбәрҙар булыуын һәм осрашыуға киләсәген белдерҙе. Осрашыуҙа мин уға ярҙам саралары тураһында аңлаттым, шифаханала ял итеүҙе тәҡдим иттем. Әсә дауаланырға риза булды. Беҙ бөтә документтарҙы әҙерләнек һәм ул республикабыҙҙың бик матур шифаханаһында ял итеп ҡайтты”, – тип хәтерләй Регина Ишмөхәмәтова. Район үҙәгендә йәшәгән Светлана Поликарповна ике ул тәрбиәләп үҫтергән. Егеттәрҙең икеһе лә – махсус хәрби операция яугирҙәре. Әсә кинәт ауырып китеп, операция өҫтәленә ятырға мәжбүр була. Сәләмәтлеге ҡаҡшаған ҡатын үҙе эшләй алмағас, социаль координаторға картуф ултыртыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы мөдире менән һөйләшеп, ирекмән-студенттарҙы ярҙамға саҡыралар. Йәштәр шатланып риза була. “Беҙҙең эшмәкәрлекте һәр ваҡытта ла ҙур ижади проекттар тип уйларға ярамай. Ҡайһы саҡта шундай ябай ғына, үҙ ҡулдарың менән башҡарған эштәр мөһим булып сыға”, – ти социаль координатор. Абзан ауыл Советы башлығы Вил Хәсән улы Зөлҡәрнәев менән әңгәмә лә тап улдары хәрби бурыстарын үтәгән ғаиләләр тураһында барҙы. Уның әйтеүенсә, Абзан ауыл биләмәһенән махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашҡан егеттәр һаны 33-кә еткән, туғыҙы – мобилизацияланғандар. “Һәр ғаиләнең йәшәйеше ус төбөндәге кеүек асыҡ күренеп тора, – ти ул. – Ситтә йәшәгән балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ата-әсәһен, олатай-әләсәйҙәрен яңғыҙ ҡалдырмай, хәл-әхүәлдәрен белешеп, ярҙам итеп тора. Тәүҙәрәк утын менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк булды. Ауылдарға газ ингән булһа ла, мунса яғырға утын кәрәк. Урман хужалығынан рөхсәт алып, яландағы ҡайынлыҡты ҡырҡырға һораныҡ. Бөтә ауыл халҡы менән утын әҙерләргә йөрөнөк. Был мәсьәлә ыңғай хәл ителде тиергә була”. Ике улын да 2022 йылдың февралендә махсус хәрби операцияға оҙатҡан Мәрйәм Шакир ҡыҙы Ғафарова яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары өсөн ҡаралған ярҙам саралары тураһында хәбәрҙар. “Әлегә бер нигә лә можтажлыҡ кисермәйем, ҡыҙым Рушан, улым Вилдан хәлемде белешеп, күңелһеҙләнергә ирек бирмәй. Ауылдаштарым да, ауыл советы етәкселәре лә бик иғтибарлы”, – ти ул. Һуңғы осорҙа уға дауаханала ятып дауаланырға тура килгән. Ҡәҙерле өлкән улын, юғары хәрби наградаларға лайыҡ булған Илһамды юғалтыу ҡайғыһы эҙһеҙ үтмәгәндер. Әсә батыр улдары менән ғорурланыуын йәшермәй, ире Хәләф Ғафаровтың яҡшы, талапсан атай булыуы өсөн бик рәхмәтле. “Иҫән булһа, ул да бөгөн тырышлығының бушҡа китмәгәнен, лайыҡлы улдар үҫтергәнен күреп, ҡыуанып бөтә алмаҫ ине”, – ти әсә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бөтә контрактниктарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына илленән ашыу льгота ҡаралған. Федераль кимәлдә Рәсәй Оборона министрлығының түләүе 400 мең һум тәшкил итә. Башҡортостан 1 000 000 һум күләмендә түләй. Өфөлә муниципаль түләү 2025 йыл аҙағына тиклем 700 мең һум тәшкил итә. Дилбәр Ишморатова фотоһы.