Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Шишмә районында кәңәшмә уҙҙы

Башҡортостандың төрлө министрлыҡтарының, ведомстволарының, шулай уҡ бүтән төрлө ойошмаларҙың киңәйтелгән ултырыштарын Өфө ҡалаһында түгел, ә унан ситтә ойоштороуы күркәм традицияға әйләнде. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы иркен һөйләшеүҙе йәки 2025 йылдың тәүге яртыһына йомғаҡ яһауҙы Шишмә районында, дөрөҫөрәге, "Торахан" Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәгендә үткәрҙе. "Торахан"дың визит-үҙәге алдында бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләне. Регина Ғәббәсова, Эльвина Ғәрәфиева һәм башҡа оҫталарҙың ҡул эштәренә һоҡланмағандар һирәк ине. Кемдер, киләсәктә оҫталар менән хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙ уңында тотоп, бәйләнештәрҙе көйләне, икенселәр баш кейемен, бүтән төрлө кәрәк-яраҡты һатып алды. "Торахан" Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге территорияһы буйлап экскурсия ойошторолдо. Юғары күтәрелгәндә уңайлы эскәмйәләр эшләнгән,ҡунаҡтар унда ултырып ял итте, фотоға төштө, ә инде иң бейек урынға менһәң, тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренә. Артабан бараһы ла виз

Башҡортостандың төрлө министрлыҡтарының, ведомстволарының, шулай уҡ бүтән төрлө ойошмаларҙың киңәйтелгән ултырыштарын Өфө ҡалаһында түгел, ә унан ситтә ойоштороуы күркәм традицияға әйләнде. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы иркен һөйләшеүҙе йәки 2025 йылдың тәүге яртыһына йомғаҡ яһауҙы Шишмә районында, дөрөҫөрәге, "Торахан" Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәгендә үткәрҙе. "Торахан"дың визит-үҙәге алдында бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләне. Регина Ғәббәсова, Эльвина Ғәрәфиева һәм башҡа оҫталарҙың ҡул эштәренә һоҡланмағандар һирәк ине. Кемдер, киләсәктә оҫталар менән хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙ уңында тотоп, бәйләнештәрҙе көйләне, икенселәр баш кейемен, бүтән төрлө кәрәк-яраҡты һатып алды. "Торахан" Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге территорияһы буйлап экскурсия ойошторолдо. Юғары күтәрелгәндә уңайлы эскәмйәләр эшләнгән,ҡунаҡтар унда ултырып ял итте, фотоға төштө, ә инде иң бейек урынға менһәң, тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренә. Артабан бараһы ла визит-үҙәккә йыйылды. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахмановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, әлеге шикелле күсмә ултырыштар үҙен һәр йәһәттән дә аҡлай. Унда яңы иделарҙы ишетергә мөмкин. – Бары тик асыҡ һөйләшеү һәм бер-беребеҙгә ҡарата тулы ышаныс булған осраҡта ғына көслө һәм ғәҙел йәмғиәт төҙөй алабыҙ, – тине Данияр Мәүлейәр улы. – Ошондай күсмә улытрыш үткәреүҙең ыңғай һөҙөмтәһе беҙгә урындағы халыҡтың һәм республика кимәлендә халыҡтың һорауҙарын яҡшыраҡ хәл итә аласаҡбыҙ. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы менән республикабыҙҙың Журналистар союзы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡуйылды. Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррәире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вәдүт Исхаҡов әйтеүенсә, быларҙың барыһы ла йәмғиәтте көслө итеүгә, тормошто яҡшыртыуға ҡоролған. Аҙаҡтан етәкселек ҡулынан күптәр республикабыҙҙың Йәмәғәт палатаһының наградаларын алып ҡыуанды. Иҫтәлеккә фотоға төшөү ҙә ойошторолдо. Фото: Илдар Аҡъюлов.