Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Берҙәм Рәсәй” депутатлыҡҡа кандидаттар тәҡдим итте

Республикала территориаль һайлау комиссиялары алдағы һайлауҙарға депутатлыҡҡа кандидаттарҙан документтар ҡабул итеүҙе тамамланы. Быйыл Башҡортостанда 151 һайлау кампанияһы үтәсәк. Берҙәм һайлау көнө йәкшәмбелә, 14 сентябрҙә, була. Халыҡҡа ҡала округтары, муниципаль райондар, ҡала һәм ауыл биләмәләре советтарына төп һәм өҫтәмә һайлауҙар буйынса 240 депутат һайларға тура киләсәк. Төп һайлауҙар Бөрө һәм Белорет ҡала биләмәләре Советтарына, Өфө районының Йоматау ауыл биләмәһе Советына үтәсәк. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов кандидаттарҙы тәҡдим итеү буйынса урындағы сәйәси советтар ултырыштары йомғаҡтарына аңлатма бирҙе. “Сентябрҙә 48 муниципалитетта урындағы үҙидара вәкәләтле органдары депутаттарын төп һәм өҫтәмә һайлауҙар көтә. “Берҙәм Рәсәй” партияһы алдан тауыш биреү процедураһы йомғаҡтары буйынса, ғәҙәттәгесә, бөтә вакантлы мандаттарға күпселек халыҡтың яҡлауын тапҡан кандидаттарҙы тәҡдим итте. Бөтәһе 240 кандидат тәҡдим ителгән. Шуның ө

Республикала территориаль һайлау комиссиялары алдағы һайлауҙарға депутатлыҡҡа кандидаттарҙан документтар ҡабул итеүҙе тамамланы. Быйыл Башҡортостанда 151 һайлау кампанияһы үтәсәк. Берҙәм һайлау көнө йәкшәмбелә, 14 сентябрҙә, була. Халыҡҡа ҡала округтары, муниципаль райондар, ҡала һәм ауыл биләмәләре советтарына төп һәм өҫтәмә һайлауҙар буйынса 240 депутат һайларға тура киләсәк. Төп һайлауҙар Бөрө һәм Белорет ҡала биләмәләре Советтарына, Өфө районының Йоматау ауыл биләмәһе Советына үтәсәк. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов кандидаттарҙы тәҡдим итеү буйынса урындағы сәйәси советтар ултырыштары йомғаҡтарына аңлатма бирҙе. “Сентябрҙә 48 муниципалитетта урындағы үҙидара вәкәләтле органдары депутаттарын төп һәм өҫтәмә һайлауҙар көтә. “Берҙәм Рәсәй” партияһы алдан тауыш биреү процедураһы йомғаҡтары буйынса, ғәҙәттәгесә, бөтә вакантлы мандаттарға күпселек халыҡтың яҡлауын тапҡан кандидаттарҙы тәҡдим итте. Бөтәһе 240 кандидат тәҡдим ителгән. Шуның өстән бер өлөшө – ҡатын-ҡыҙҙар, 12,5 проценты – 35 йәшкә тиклемгеләр. Уларҙың араһында – эшҡыуарҙар, ауыл хужалығы, сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, социаль хеҙмәтләндереү белгестәре. Улар иҫәбендә - 12 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, – тине Руслан Насретдинов. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр республикала урындағы үҙидара органдарына “Берҙәм Рәсәй” партияһынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 35 кеше һайланды. Фото: "Берҙәм Рәсәй".