Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡан рагы менән ауырыған малай Аллаһҡа хаттар яҙа...

Иртәгә, 23 июлдә, киске сәғәт 7-лә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында (Өфө, Цюрупа урамы, 9) Эрик-Эмманюэль Шмитт романы буйынса ҡуйылған “Оскар и Розовая дама” спектаклен ҡарараға мөмкин. Студияла шөғөлләнеүселәр дуҫлыҡ, иман көсө, һәр көндөң ҡәҙерле булыуы, ҡыҫҡа ғына ғүмергә лә күпме мөхәббәт һәм изгелек һыя алыуы тураһындағы социаль драма тәҡдим итә. Тәү ҡарашҡа был – лейкемия менән ауырыған малай тураһында бик ҡыҙғаныс тарих. Ысынында иһә ул яҡты, юмор аша бәйән ителә. Оскар исемле малайҙың тормош юлында бер ханым осрай һәм улар уйын башлай – Аллаһҡа хаттар яҙа. Оскар уларҙа үҙенең һәр көнөн, мажараларын, мөхәббәтен, күңелен ҡырған хәлдәр тураһында һөйләй. Ошо ваҡыт эсендә ул ғашиҡ була, хаталар яһай, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, яҡындарының мөхәббәтен аңлай, ҡартайып өлгөрә. Тормош ауырлыҡтарын юмор аша ҡабул итә. Спектаклдә көлөү һәм күҙ йәштәре йәнәш бара. Бында һәүәҫкәр актерҙар уйнай, сәхнәнән ситтә улар – психолог, йырсы, эшҡыуар, модель һәм башҡалар. К

Иртәгә, 23 июлдә, киске сәғәт 7-лә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында (Өфө, Цюрупа урамы, 9) Эрик-Эмманюэль Шмитт романы буйынса ҡуйылған “Оскар и Розовая дама” спектаклен ҡарараға мөмкин. Студияла шөғөлләнеүселәр дуҫлыҡ, иман көсө, һәр көндөң ҡәҙерле булыуы, ҡыҫҡа ғына ғүмергә лә күпме мөхәббәт һәм изгелек һыя алыуы тураһындағы социаль драма тәҡдим итә. Тәү ҡарашҡа был – лейкемия менән ауырыған малай тураһында бик ҡыҙғаныс тарих. Ысынында иһә ул яҡты, юмор аша бәйән ителә. Оскар исемле малайҙың тормош юлында бер ханым осрай һәм улар уйын башлай – Аллаһҡа хаттар яҙа. Оскар уларҙа үҙенең һәр көнөн, мажараларын, мөхәббәтен, күңелен ҡырған хәлдәр тураһында һөйләй. Ошо ваҡыт эсендә ул ғашиҡ була, хаталар яһай, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, яҡындарының мөхәббәтен аңлай, ҡартайып өлгөрә. Тормош ауырлыҡтарын юмор аша ҡабул итә. Спектаклдә көлөү һәм күҙ йәштәре йәнәш бара. Бында һәүәҫкәр актерҙар уйнай, сәхнәнән ситтә улар – психолог, йырсы, эшҡыуар, модель һәм башҡалар. Күбеһе – актерлыҡ оҫталығы курстары студенттары. Мәҫәлән, Лиана Хәбибуллинаны башҡорт эстрадаһын тыңлаусылар таный. Ҡайһы берәүҙәр сәхнәлә режиссер һәм сценарист Дилә Мөхәмәтйәрованы ла актриса сифатында күрер. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, был әҫәрҙең режиссеры Салауат Юлдашбаев, актерҙар студияһы етәксеһе Катрина-Ҡарлуғас Дүшәнбаева романға үҙ ҡарашын тәҡдим итә. – Спектакль Оскарҙың сырхауы һәм “Розовая Дама” тураһында түгел. Ә ғүмеребеҙҙең бөтә мәлдәре тураһында, беҙҙең хаҡта. Тормоштоң мәғәнәһе лә – бер осорҙан икенсеһенә күсеү. Мәҫәлән, үҫмерлек ваҡыты. Ул саҡта кеше ниндәй һорауҙар бирә һәм ниндәй яуаптар алырға теләй? Беренсе мөхәббәт... Спектакль был йәштәге үҙеңә ситтән ҡарарға, нимәләрҙелер яңынан кисерергә мөмкинлек бирә. Оскар бер нисә көн эсендә тотош ғүмерен йәшәргә тейеш. Ә беҙ, өлкәндәр, йыш ҡына төп геройыбыҙ кеүек аңлы була алмайбыҙ. Ҡайһы саҡта беҙҙең тиҫтә йылдар бер көн кеүек үтә. Ә бәғзе бер көндә шул тиклем бай ваҡиғалар кисерәбеҙ, әйтерһең дә, бер ай үткән. “Розовая Дама” – ул беҙҙең имандың, таянысыбыҙҙың йыйылма образы. Был спектакль менән “тормоштоң һәр көнөн ҡәҙерләгеҙ” тип әйтергә теләйбеҙ, – ти спектаклдең режиссеры Салауат Юлдашбаев. Мәғлүмәт, һүрәт: op.bashkortostan.ru/presscenter/...