Башҡортостанда, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылған “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, бер юлы алты поликлиника төҙөлә. Был хаҡта республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр иттеләр. Был медицина объекттары араһында Благовещенскиҙағы балалар поликлиникаһы ла бар. Әле унда монолит эштәре алып барыла, кирбес һалына, инженер селтәрҙәренә тоташтырыла, тышҡы канализация һәм йылытыу, эргә-тирәне ипкә килтереү эштәре бара. Благовещендағы балалар поликлиникаһы заманса, уңайлы буласаҡ. Ҡыҙҙар, малайҙар бында үҙ ваҡытында һәм сифатлы медицина ярҙамын аласаҡ. Быйыл Башҡортостанда, республика райондарындағы алты поликлиниканан тыш, 134 модулле ҡоролманың сафҡа индерелеүе планлаштырыла. Улар заманса стандарттар буйынса йыһазландырыласаҡ. Бынан тыш, һаулыҡ һаҡлау тармағына ҡараған туғыҙ объектта капиталь ремонт эштәреү атҡарыу планлаштырылған. Сығанаҡ: Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.