Башгидромет үҙәк белгестәре көслө ямғырҙар килеүе тураһында иҫкәртә. Шишәмбе, 22 июль, урыны менән бер аҙ яуа, көндөҙ йәшенле ямғыр көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, йәшен мәлендә киҫкен булып китә. Төндә һауа температураһы +15...+20 градус, көнсығыш райондарҙа +10, көндөҙ +24...+29 градус. Шаршамбы, 23 июль, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, урыны менән йәшен йәшнәй, көндөҙ ҡайһы бер райондарҙа ҡойма ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын иҫә, көндөҙ урыны менән көслө булып китә. Төндә һауа температураһы +13...+18 градус, көндөҙ +22...+27 градус. Кесаҙна, 24 июль, ямғырлы көн, ҡайһы бер урындарҙа йәшенле көслө ямғыр көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +13...+18, көндөҙ +22....+27 градус йылы.