21 июлдә республика Хөкүмәтендә Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин Берҙәм дәүләт имтиханы йомғаҡтары тураһында хәбәр итте. 2025 йылда республикала бөтәһе 16 813 кеше БДИ тапшырыуға теркәлгән. Республикала 161 имтихан үткәреү пункты эшләй. Быйыл иң популяр предмет – профилле математика – уны 9 191 кеше, йәғни БДИ-ла ҡатнашыусыларҙың 55,2 проценты тапшырған. Йәмғиәтте өйрәнеү буйынса имтиханға 5 702 кеше (34,2 процент) теркәлгән. Шулай уҡ уҡыусылар информатика, биология, физика һәм химия менән ҡыҙыҡһынған. Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, Рәсәй Хөкүмәте ҡушыуы буйынса 2030 йылға профилле математика һәм тәбиғи-ғилми дисциплиналар буйынса БДИ-ны тапшырған сығарылыш уҡыусыларының өлөшө 35 процент тәшкил итергә тейеш. Федераль тест үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылда Башҡортостанда был күрһәткес 40 процентҡа еткән – уның буйынса республика илдә беренсе урынды биләй. 2025 йылдың төп яңылығы булып хәүефһеҙ мәғлүмәт тапшырыу технологияһына к