Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Зарница 2.0" лидерҙар үҫтерә

16 – 21 июлдә Башҡортостанда “Зарница 2.0” уйының округ йыйындары булды. Сара Рәсәй Федерацияһы Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркы биләмәһендә үткәрелде. Йыйынға Волга буйы федераль округы дөйөм белем биреү ойошмаларының 14 – 17 йәшлек уҡыусылары килде. Сара программаһының өлкән йәш категорияһындағы 14 отряд — Бөтә Рәсәй “Зарница 2.0” хәрби-патриотик уйынының төбәк этаптары еңеүселәре ҡатнашты. Һәр отрядтың составында 11-12 кеше, шул иҫәптән ике ҡыҙ һәм бер-ике педагог-уҡытыусы бар ине. Йыйындар программаһының төп йүнәлештәре ут, тактик һәм махсус әҙерлек, урында ориентир табыу, беренсе ярҙам күрһәтеү, һуғышта отрядҡа идара итеү, позицияларҙы инженер ҡорамалдары менән йыһазландырыу, алынған белемде ҡулланып яланда сығыш яһау булды. Сара ысын хәрби хәрәкәттәр шарттарына тура килтерелгән уҡыу-күнекмә процесы форматында ойошторолдо. Был иһә лидерлыҡ сифаттарын, дисциплинаны, яуаплылыҡты, команда рухын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Йыйындарҙы ойоштороусылар – Бөтә Рәсәй “Беренселәр хәрәкәте” балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәте һәм Бөтә Рәсәй “ЮНАРМИЯ” балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте. Йыйынға 14 команда – 8 – 17 йәштәрҙәге 300-ҙән ашыу бала – йыйылды. Улар хәрби хеҙмәттең ысын моделендә ҡатнашты, тактик, ут һәм туристик әҙерлек күнекмәләрен үҙләштерҙе, шулай уҡ ялан сығыштарында, команда һынауҙарында үҙ көсөн һынаны. Стәрлетамаҡтан “РОСГВАРДИЯ БР” командаһы Башҡортостан исеменән ҡатнашты. Улар ярыштарҙың төбәк этабында өлкән йәш категорияһында беренсе урын яулағайны. Сара башланғыс хәрби әҙерлек күнекмәләрен формалаштырыу, илһөйәрлек тойғоһо, рухи-әхлаҡи, Ватан, азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ ҡиммәттәрен тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү йәһәтенән мәртәбәле булды. Йыйындар һөҙөмтәләре буйынса Мари Иле Республикаһынан “Родина”, Мордовия Республикаһынан “Честь имею 24” һәм Сыуашстан Республикаһынан “Паттар” командалары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Улар һәм башҡалар тиҙҙән Ырымбур өлкәһендә үткәреләсәк округтың этап ярыштарында үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Фото: Рәсәй Геройы М.В. Серафимов исемендәге “Патриот” паркы.