Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” акцияһы үтә

“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” акцияһы үтә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының шәфҡәтлелек акцияһын үткәреү тураһындағы ҡарарына һәм Бөрйән муниципаль районы хакимиәте бойороғона ярашлы, 25 июлдән 25 авгусҡа тиклем Бөрйән районында “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы үтә. Акцияның маҡсаты – 1 сентябрҙә социаль сәбәптәр арҡаһында балаларҙың мәктәпкә килмәүен иҫкәртеү, күп балалы, тулы булмаған, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләнгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү. Был акцияла бала яҙмышына битараф булмаған һәр кеше ҡатнаша ала. Бөрйән районындағы ғаилә хеҙмәте мәктәп йәшендәге балалар өсөн портфель, мәктәп формаһы, дәфтәр, ручка, альбом, дәреслектәр һ. б. әйберҙәр ҡабул итә. Акцияла ҡатнашыу өсөн учреждение һәм ойошма етәкселәренә, ауыл хакимиәте башлыҡтарына мәктәп кәрәк-яраҡтарын йыйыуҙы йәки аҡсалата ярҙам итеүҙе үҙ учрежде

“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” акцияһы үтә

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының шәфҡәтлелек акцияһын үткәреү тураһындағы ҡарарына һәм Бөрйән муниципаль районы хакимиәте бойороғона ярашлы, 25 июлдән 25 авгусҡа тиклем Бөрйән районында “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы үтә.

Акцияның маҡсаты –

1 сентябрҙә социаль сәбәптәр арҡаһында балаларҙың мәктәпкә килмәүен иҫкәртеү, күп балалы, тулы булмаған, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләнгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү.

Был акцияла бала яҙмышына битараф булмаған һәр кеше ҡатнаша ала.

Бөрйән районындағы ғаилә хеҙмәте мәктәп йәшендәге балалар өсөн портфель, мәктәп формаһы, дәфтәр, ручка, альбом, дәреслектәр һ. б. әйберҙәр ҡабул итә.

Акцияла ҡатнашыу өсөн учреждение һәм ойошма етәкселәренә, ауыл хакимиәте башлыҡтарына мәктәп кәрәк-яраҡтарын йыйыуҙы йәки аҡсалата ярҙам итеүҙе үҙ учреждениеларында ойоштороу тәҡдим ителә.

@ Яҙыл

@ Яңылыҡ ебәр