Әхәт Аҫылбаев «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнаша. Был хаҡта Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә. "Башҡортостан геройҙары" проектының 70 финалсыһы билдәләнде. Улар араһында яҡташыбыҙ Әхәт Аҫылбаев та бар. "Башҡортостан геройҙары" махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү программаһының Йәмәғәт советы ултырышында һайлап алыу этабына йомғаҡ яһалды. Рәсәйҙең 40 төбәгенән ике меңдән ашыу ғариза ҡабул ителән проект илдә иң популярға әйләнде. 70 ҡатнашыусы финалға сыҡты. Улар араһында сығышы менән Баймаҡ районының Күгиҙел ауылы егете Әхәт Аҫылбаевтың да булыуына шатмын. Һәр финалсыға Башҡортостандың идара итеү командаһынан остаз тәғәйенләнәсәк. Ҡатнашыусылар киләсәктә төбәктә алдынғы булыр өсөн үҙҙәре белем алыу өлкәһен һайлап, республиканың иң яҡшы белгестәренән тәжрибә туплай аласаҡ. Әхәт Әхмәт улына уңыштар теләйем!” – тип яҙған Азамат Иҙрисов. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров програ